28.10.2019 Милли проектҡа ярашлы, юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылабыҙ
"Мәғлүмәт инфраструктураһы" федераль проекты, Башҡортостанда ла ғәмәлгә ашырыла.
Шуға ярашлы, 1000 - 100 мең кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙағы әһәмиәтле социаль объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эштәр тамамланды тиерлек.
- К высокоскоростному интернету в Давлекановском районе подключены 10 социально значимых объектов. Среди них — Исмагиловский, Соколовский, Сергиопольский, Поляковский, Имай-Кармалинский, Кадыргуловский ФАПы, школы в Хусаиново, Микяшево и Исмагилово, а также пожарная часть №117 в Давлеканово, — сообщила пресс-секретарь Госкомитета РБ по информатизации и вопросам функционирования системы «Открытая Республика» Алевтина Даутова.
"Мәғлүмәт инфраструктураһы" проекты элемтә каналдарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Был проект Президент Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Рәсәйҙең цифрлы иҡтисады" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Әйткәндәй
1 декабргә тиклем 722 объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға тейеш. 2021 йылға төбәктәге 2774 объект юғары тиҙлекле интернетлы буласаҡ.