27.10.2019 Шундай шәп йәштәр бар!
Ринат Вәлитов атлы Илсе ауылы егете 2017 йылда “Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам итеү төркөмө”н ойошторғайны.
Ошо ваҡыт эсендә был төркөм арҡылы юлдарҙа бер-береңә бушлай ярҙам итеү хәрәкәте киң таралды. Әммә төркөмдөң эшен әүҙем алып барған Ринат Вәлитов, Антон Панкратов, Евгений Назаров, Фәрит Зиязетдинов, Альберт Упагалеев, Риф Кәримов, шулай уҡ “Изгелек ҡыл” төркөмөнөң әүҙемдәре башҡа төрлө изге эштәргә лә оло ихласлыҡ менән тотона.
Был аҙнала улар Учалы балалар йортона барып, футбол уйнаусы балаларға кроссовкалар бүләк итте.
Бынан тыш Евгений Назаров, Алексей Горин, Антон Панкратов, Риф Кәримов, Ринат Вәлитов балалар йортоноң футбол командаһы менән бергә иптәштәр матчы ла үткәрҙе. Балаларҙың тренеры Азамат Әхмәҙиев та ир-егеттәр өсөн уйнаһа ла, уҡыусыларҙы еңә алманылар.
Уйын 8:5 иҫәбе менән тамамланды.
Еңеүселәр: Ислам Хәбиров, Айбулат Сафин, Федор Баскаков, Радмир Нурлаев, Александр Беляев, Данис Насиров!
Балалар йортоноң ҡыҙҙары йүгереп йөрөп ҡунаҡтарҙы тәмле бәлештәр менән һыйланы. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тип, изгелек акцияһын башлап йөрөүсе Анастасия Минһажева менән Евгений Назаров һылыуҙарҙы кинотеатрға алып барырға дәртләнеп ҡайтты.
Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған Учалы балалар йорто коллективына (директоры Нәзифә Дисбиянова) ҙур рәхмәт!
P.S. Уйын барышында ҡара ғына башҡорт малаҡайына, ерҙә ултырма, тип әйткәйнем, ул миңә бер ни өндәшмәй ҡарап китте. Тағы ҡабатланым: "Ер һыуыҡ, тор, егет!" Һәм уның янында торған урыҫ малайы миңә тап-таҙа башҡортса: "Ул башҡортса белмәй, русса әйтегеҙ", - тимәһенме? Аптырап унан, әллә һин башҡорт балаһымы, тип һораным. Юҡ, мин рус, Балаҡатай районынан Ярослав булам, ти: "Бында килгәнгә тиклем ике башҡорт ғаиләһендә тәрбиәлә булдым, шунда һөйләшергә өйрәндем". Уның башҡортса һөйләшеүе күңелемде йылытты ла ҡуйҙы...