27.10.2019 Көслө ел...
Ҡәҙерле дуҫтар, иртәгә көслө ел буласаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етәсәк.
Шәхси хужалыҡтарҙа ысҡынырҙай ваҡ-төйәкте ҡағып-нығытып ҡуйыуың хәйерле.
Водителдәргә машиналарын ауырҙай ағас, бағана эргәләренә ҡуймаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Ата-әсәләр, балаларығыҙға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ - ел өҫтәренә ауыр әйберҙәрҙе ауҙармаһын.
Иртәгә шулай уҡ ямғырҙар яуып, томан да төшәсәк.
Төндә һауа температураһы +4...+9 градус булһа, көндөҙ +8...+13 градус.