26.10.2019 Башҡортостан медицина буйынса алда бара
Башҡортостан “Новые известия” баҫмаһы үткәргән Волга буйы федераль округының медицина рейтингында беренсе урын яуланы.
Унда беҙҙең республика 10 дәртләндереү мәрәйенән етәүҙе йыйып, бер генә лә штрафлы мәрәй алмаған.
Бер кешегә сығымдар буйынса иһә икенсе урындабыҙ. Беҙҙә ул 5710 һум тәшкил итһә, беренсе урында килеүсе Татарстанда – 6460 һум. Иң аҙаҡҡы урында Сыуаш Республикаһы –килә. Унда был күрһәткес 2120 һумға тиң.
Төбәктәр шулай уҡ табиптар менән тәьмин итеү (Башҡортостан лидерҙар рәтендә лә, аутсайдерҙарға ла инмәй), эш хаҡы кимәле (шундай уҡ күрһәткес) һәм үлем осраҡтары буйынса ла (Башҡортостан лидерҙар араһында өсөнсө урында) урындарҙы бүлеште.
Бер йыл элек эш башлаған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирҙе. Айырыуса табиптарға ҡабул итеүгә яҙылыуға һәм сиратҡа, медицина хеҙмәткәрҙәренең етмәүенә, онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға. Бөтә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса эш башланды. Республика Хөкүмәтендә даими рәүештә “Сәләмәтлек сәғәте” форматында кәңәшмәләр үтә.