26.10.2019 Һигеҙ кешенең башына еткән
Забайкальский крайҙың Горный ҡалаһында һалдат үҙҙәренекеләргә ут асҡан.
Төмән өлкәһенән армияға алынған 20 йәшлек Рәмил Шәмсетдинов һигеҙ кешене атып үлтергән, ике кешене ауыр яралаған.
Һорау алыуҙа, ул бер нимәгә лә үкенмәйем, тигән.
Ҡарауыл алышынған саҡта ул ҡулына ҡорал алыу менән капитан Евсеевҡа атҡан. Башҡалар шунда уҡ иҙәнгә ятҡан, әммә ул уларҙы ла аямаған.
Уны тотоп, бәйләгәндәр.
Әле ул хәрби полицияға тапшырылған.
Яҡындарының әйтеүенсә, Рәмил яңыраҡ ҡына өйөнә шылтыратып, армияла контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүен әйткән.
Иптәштәренә зарланмаған. Бер тапҡыр башҡа кешенең банк картаһына аҡса күсереүҙе һораған, йәнәһе лә үҙенеке ябылған, ә телефоны боҙолған...
Рәмил себер татары, Төмән өлкәһенең Вагай ауылынан. Армияға быйыл июлдә алынған.
Һәләк булғандар исемлеге:
1/ капитан Евсеев 1989 гр
2/ старший лейтенант Пьянков 1990 гр
3/ рядовой Никитин 1998 гр
4/ рядовой Богомолов 1999 гр
5/ рядовой Похитило 1999 гр
6/ рядовой Куроков 1998 гр
7/ рядовой Андреев 2000 гр (скончался в госпитале)
8/ младший сержант Ковалёв 1990 гр
Яраланғандар:
1/ рядовой Графов 2000 гр
2/ рядовой Шпак 1998 гр
Һәләк булғандарҙың икеһе тап бөгөн төндә, хеҙмәтен тултырып, өйҙәренә ҡайтырға сығырға тейеш булған...
Рәмилдең атаһы Сәлим Шәмсетдинов - Эске эштәр министрлығының элекке тәфтишсеһе, икенсе Чечня һуғышы ваҡытында ярты йыл Чечняла хеҙмәт иткән кеше.