25.10.2019 Помидорға, ҡыярға, көнбағыш майына хаҡ артҡан
14 октябрҙән 21 октябргә тиклем Башҡортостанға бер ни тиклем аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан.
Помидорҙарҙың хаҡы 6,3 процентҡа күтәрелеп, уртаса хаҡы 71,94 һумға еткән. Ҡарабойҙай ярмаһы 5,3 процентҡа артҡан һәм яҡынса 45,27 һум тәшкил итә. Ҡыяр менән кишерҙең дә хаҡы ла күтәрелгән. Кишерҙең килограмын уртаса 18 һумға, ҡыярҙы 69 һумға тәҡдим итәләр. Көнбағыш майының хаҡы 2,6 процентҡа артҡан.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер аҙыҡҡҡа хаҡтар төшкән, тип хәбәр итәләр. Мәҫәлән, кәбеҫтәнең килоһын 6,4 процентҡа арзаныраҡ, йәғни 16,89 тингә һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ тары ярмаһы менән шәкәрҙе лә бер аҙ түбәнерәк хаҡҡа һатып алырға мөмкин.