24.10.2019 Ауыл халҡын медицина тикшереүенә бушлай йөрөтәсәктәр
Республикала 65 йәштән үткән ауыл халҡын бушлай дауаханаларға тикшеренеүгә йөрөтәсәктәр.
Был “Оло быуын” һәм “Демография” программаларына ярашлы башҡарыла.
Айырым соцциаль-мөһим инфекциялы булмаған сирҙе асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү һәм скринингтар тураһында киң мәғлүмәт сараларыы аша хәбәр итәсәктәр.
Ауыл халҡын социаль хеҙмәткәрҙәрҙән торған махсус мобиль бригадалар йөрөтәсәк. Был хеҙмәт бушлай күрһәтеләсәк.