24.10.2019 Атеросклероздан ҡыр кесерткәнене ярҙам итә
Атеросклероздан ябай ҡыр кесерткәненең файҙаһы ҙур.
Бының өсөн ике ус яҡшы итеп йыуылған яңы кесерткән тамыры, һабағы һәм япрағын алырға һәм 5 литр һалҡын һыу ҡойоп төнәтергә. Иртәгәһенә шуны ҡайнатып сығарып, аяҡты тығып ултырырлыҡ температураға еткәнсе һыуытырға. Аяҡтарҙы шул һыуға тығып, 20 минут тоторға. Кесерткәнен ташламай ғына, был һыуҙы ике-өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Кипкән кесерткән тамырын да файҙаланырға ярай. Шулай уҡ файҙаһы тейә.