24.10.2019 Тракторсы аяҡтан яҙа яҙған
Борай районында 52 йәшлек тракторсы саҡ аяҡһыҙ ҡалмаған.
Ул Ленин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында комбайнда сенаж әҙерләп йөрөгән булған. Техниканың эшләп етмәүен күреп, кабинанан сыҡҡан, әммә двигателен һүндермәгән. Комбайнын уратып йөрөп сыҡҡандан һуң, агрегаттың механизмдарын ҡарар өсөн аккумулятор батареяһы йәшнигенә менеп баҫа. Ни өсөн эшләп етмәүен асыҡлағас, һикереп төшмәксе була. Әммә двигатель эшләп ултырғанлыҡтан, аяғы ҡайыш менән шкив араһында ҡыҫылып ҡала. Ҡысҡырыуына йөк машинаһы водителе йүгереп килә һәм тәүге ярҙам күрһәтеп, «Ашығыс ярҙам» саҡырта.
Инспекторҙар предприятиела хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең боҙолоуын асыҡлаған һәм 250 мең һум штраф һалған.