25.10.2019 Өфөнән Бөрөгә илткән юлдың 12 саҡрымы ремонтланған
Баш ҡалала Бөрө тракты юлының 12 саҡрымдан ашыу өлөшө төҙөкләндерелгән. Был эш быйыл май айында Владимир Путин иғлан иткән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса башҡарылған.
Юлсылар үҙ эшендә "ресайклинг" алымы ҡулланған. Был тракт япмаһын көсәйтә һәм унан ауыр машиналар үтә аласаҡ. Бынан тыш, эшселәр япманы ҡырған, ҡырсынташ түшәгән, асфальт йәйгән, барьер кәртәһе ҡорған, термопластик разметка төшөргән.