24.10.2019 Көсләүҙә ғәйепләнеүсе студентҡа Нигерия президенты ярҙам итерме?
Фәхишә саҡыртып, һуңынан көсләүҙә ғәйепләнеүсе Африка студенты Айо Осиа СИЗО-ла аслыҡ иғлан иткән. Ул үҙенең адвокаты аша Нигерия президенты Мөхәммәт Бухариға хат тапшырған. Ир етәксеһенән үҙен төрмәнән сығарыуҙы һорай. Нигерия етәксеһе ошо көндәрҙә «Россия - Африка» саммитына килергә тейеш.
Билдәле булыуынса , былтыр Яңы йыл байрамында Өфөлә Нигериянан баш ҡалаға уҡырға килгән студент 41 йәшлек фәхишә саҡырта. Һуңынан был ҡатын уны көсләүҙә , бысаҡ менән янап, аҡсаһын алыуҙа ғәйепләй.
Студенттың һүҙҙәренсә, еңел холҡло ҡатын үҙе уның аҡсаһын, планшетын урлаған һәм әйберҙәрен таптыра башлағас, көсләне тип полицияға хәбәр иткән. Әле егет тикшереү изоляторында ултыра.