23.10.2019 "Сәләмәтлек сәғәте" Йоматауҙа үтте
Бөгөн «Сәләмәтлек сәғәте» «Йоматау» шифахаһында медиктарға «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программаһы һәм онкология ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса сертификаттар тапшырыуҙан башланды.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһынан Әлфиә Әлимғолова, Асҡын үҙәк район дауаханаһынан Гөлназ Ғәббәсова, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһынан Олег Гарейшиндар Башҡортостан Башлығы ҡулынан бер миллион һумлыҡ сертификаттар алды . «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы бер-нисә фельдшер 500 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә асыҡлаусы табиптар 5 мең һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров был программаның киләһе йылда финансланасағы хаҡында белдерҙе.
«Уже не раз мне коллеги из федеральных органов власти с уважением и интересом говорят об этой программе. Она выполняет очень важную функцию — спасти человеческую жизнь. Плюс она еще очень прагматична. Лучше мы на ранней стадии выплатим 5 тысяч рублей врачам, чем потом будем тратить миллионы рублей на тяжелое лечение онкобольных», — сказал глава региона.