23.10.2019 Яңы фатир ҡотло булһын, Софья!
Стәрлетамаҡ районында йәшәгән һәм төҫ-ҡиәфәте менән башҡаларҙан айырылып торған кескәй Софья тураһында яңыраҡ яҙғайныҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғиззәтуллиндар ғаиләһе ныҡ мохтажлыҡ кисереп донъя көткән. Ҡыҙҙары Софья баш һөйәге ҡыҫылып һәм аяҡ-ҡул бармаҡтары ҡуша йәбешеп тыуған булған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы балалар баҡсаһына ла ҡабул итмәгәндәр.
Был хәлгә тәүҙә ирекмәндәр иғтибар иткән, унан һуң власть органдары ҡушылған. Бының турала Радий Хәбировҡа ла мәғлүм булған. Республика етәксеһе Софьяны тикшереү өсөн октябрь аҙағында республикаға Израиль табиптары килеүе хаҡында хәбәр итте.
Ошо көндәрҙә Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә Стәрлетамаҡтың Мебельный ҡасабаһында бар уңайлыҡтары булған ике бүлмәле фатир бүленде.
«Унда һәйбәт ремонт, өҫтәүенә уларға мебель, хатта түшәк кәрәк-ярағы бүләк иттеләр. Хәҙер Софьяның үҙенең карауаты бар», — тип яҙған ирекмәндәр.