23.10.2019 Вузға интернет аша уҡырға инеп буласаҡ
Тиҙҙән вузға интернет аша ғына уҡырға инеп буласаҡ. Был хаҡта РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Медведев Сколковолағы «Асыҡ инновациялар» форумында белдергән.
Яңы проектта 52 юғары уҡыу йорто ҡатнашырға теләй. «Вузға онлайн инеү» суперсервисын эшләү менән әлеге көндә РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы шөғөлләнә. Был ҡушымта аша берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы аша бакалавриат программаһы буйынса уҡырға инергә документтарҙы ебәрергә мөмкин. Берҙәм рейтингта кокурсты күҙәтеп барырға ла мөмкин.
2024 йылда Рәсәй вуздарының 80 проценты был алым менән эшләүгә күсеүҙәре ихтимал.