23.10.2019 Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙы сауҙа үҙәгенән дауаханаға илткәндәр, тик ҡотҡара алмағандар
Үҫмер ҡыҙҙы “Тиҙ ярҙам” “Ғаилә” сауҙа-күңел асыу комплексынан килеп ала. Уға “ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла.
Үкенескә күрә, 8-се класс уҡыусыһы дауаханала, иҫенә килмәйенсә, яҡты донъя менән хушлаша.
Тикшереү эштәре башланған, бөгөн суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк, ҡыҙҙың үлеменә нимә менән ағыуланыу сәбәпсе булғанын асыҡлаясаҡтар.
Фаразлау буйынса, үҫмерҙәр бәҙрәфкә бикләнеп, зажигалкалар өсөн газды еҫкәгән.