23.10.2019 Ҡомарлы уйын ҡорбаны, ҙур суммала аҡсаһын юғалтҡандан һуң уйын клубын шартлатырға ниәтләй
Яңыраҡ Өфөлә йәшәүсе, 112 номерын йыйып, ҡомарлы уйын клубын шартлатырға йыйыныуы тураһында хәбәр итә. Бында ул ҙур суммала аҡса сарыф итеүен дә белдерә. Ваҡиға урынына тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлаусылар йүнәлтелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре шартлатырға йыйынған йортто һәм уның биләмәһен тикшерә. Әммә унда бер ниндәй ҙә шартлатҡыс тапмай.
Ҡомарлы уйын клубынан 14 монитор, 13 система блогы тартып алына. Хәҙер аҡса юғалтыусыға ла, клубты асыусыларға ла насар ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тура киләсәк.