23.10.2019 Трассала "незамерзайка" һатып алмағыҙ!
Иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре легаль булмаған спиртлы продукцияны һатыуға ҡаршы профилактик саралар уҙғарған.
Был сара барышында М5 трассаһында тәҙрә йыуа торған шыйыҡса менән сауҙа иткән иргә протокол төҙөлгән.
Саҡ ҡына һыуыттымы, ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек юл сатында ошо тауарҙы тәҡдим итеүсе спекулянттар пәйҙә була. Өфө районының Нөрлө ауылынан 30 йәшлек ир ҙә "незамерзайка"ны юл буйына рәт-рәт итеп теҙеп, машинаһында уҡ һатыу ойошторған. Ауыр еҫле 5 литрлы шешәләге шыйыҡса һаулыҡ өсөн зыян икәнен барыһы ла белә кеүек, тик унан баш тартыусылар һирәк.
Белеүегеҙсә, бындай "незамерзайка" Рәсәйҙә рәсми рәүештә тыйылған. Сөнки уның составында метанол бар. Машинала метил спиртының парҙары менән тын алыу сәләмәтлеккә хәүефле.
Эшҡыуар"ҙан барлығы 55 литр тыйылған тауар тартып алынған.