22.10.2019 Юл фажиғәләре - 21 октябрь
Кисәге, 20 октябрҙә, республикала 11 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 10 кеше йәрәхәттәр алған.
Кисен Баймаҡ районында Ниғәмәт-Бикеш автоюлының 1-се саҡрымында 30 йәшлек водитель "Daewoo Nexia" машинаһында 36 йәшлек ирҙе тапай.
Уны дауаханаға килтерәләр ҙә бит, тик ул иҫенә лә килмәй, төндә вафат була...
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...