22.10.2019 Яңы "Урал" матайын һатып алһаң, бүләккә палатка һәм бер ҡосаҡ утын бирәсәктәр
Советтар Союзы мәлендә илебеҙ мототехника етештереү һәм ҡулланыу буйынса донъяла алдынғылыҡты биләй ине. Мотоциклдар һәм мотороллерҙар халыҡтың яратҡан техникаһы булды.
Дәүерҙәр алмашынғас, ауыл-ҡалаларҙа мотоциклдарҙы автомобилдәр алмаштырҙы. Яйлап данлыҡлы мото һәм велозаводтар - Минск мотовелозаводы ("Минск" мотоциклы), Ижмаш ("Юпитер" һәм "Планета" мотоциклдары), Дегтярев исемендәге завод («Ковровец» һәм «Восход»), Киев мотоцикл заводы ("Днепр"), Тула мотозаводы ("Тулица" һәм "Муравей" мотороллерҙары), Вятские Поляны мотозаводы («Вятка» менән «Электрон» мотороллерҙары), Львов мотозаводы («Верховина» һәм «Карпаты» мопедтары), Рига мотозаводы («Рига», «Дельта» һәм «Мини» мопедтары) юҡҡа сыҡты.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә башлыса сит ил мототехникаһын "отверткалы" йыйыу менән шөғөлләнәләр. ИМЗ - Ирбит мотоциклдар заводы ғына бер аҙ ҡыбырлай. Унда элек йылына тиҫтәләрсә мең "Урал" оппозит моторлы ауыр мотоциклдар етештерелһә, хәҙер иһә йыллыҡ күләм мең данаға ла барып етмәй. Шулай ҙа завод иҫән, сит ил агрегаттары ҡулланып булһа ла мотоциклдар йыя. Уларҙың күп өлөшө экспортҡа оҙатыла - сит илдәрҙә байкерҙар "Урал"дарҙы ныҡ ярата икән.
Ошо көндәрҙә ИМЗ "Урал" мотоциклын Европа баҙарына яраҡлаштырып тәҡдим итте. Уның исеме "Ural Adventure" - мажараларҙы, сәйәхәтте аңлата. Мотоцикл ни бары 20 данала сығарылған. Уны ҡыҙыллы-аҡлы төҫкә буяғандар, яҡтылыҡ диодлы фара ҡуйғандар. Нимәһе ҡыҙыҡ - һатып алыусы "Урал" менән бергә бүләккә палатка һәм бер ҡосаҡ утын аласаҡ.
Мотоциклға ғәҙәттәгесә ике цилиндрлы оппозитлы мотор ҡуйыла, уның ҡеүәте 42 ат көсө. Төтөн сығарыу системаһын яңыртҡандар һәм газ тултырылған һәм көйләргә мөмкин булған амортизаторҙар ҡуйыла.
Хаҡы - 16 200 евро, беҙҙеңсә был 1 миллион 150 мең һум.