22.10.2019 Ялған диплом менән шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән
Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы үҙәк дауаханала хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен тикшергән. Тикшереү барышында быйыл майҙа терапия бүлегенә эшкә алынған шәфҡәт туташының дипломының ялған булыуы асыҡланған. Ҡыҙ был документты билдәһеҙ берәүҙән 40 меңгә һатып алған булған. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. « Йәш белгес» эштән ебәрелгән.