22.10.2019 Кишерҙе әле ашап ҡалығыҙ
Кишер, витаминдар сығанағы булараҡ, сей килеш айырыуса файҙалы.
Башҡа йәшелсәләр менән сағыштырғанда, унда каротин күп. Беҙҙең организмда ул А витаминына әүерелә. Тәүлек нормаһын тултырыу өсөн бер уртаса кишер ҙә етә. Унда шулай уҡ С, Д, Е, Л, Н, РР витаминдары бар. Бынан тыш, шәкәр, аҡһым, пектин, кумарин, күп кенә ферменттар, кальций, калий, тимер кеүек макро- һәм микроэлементтар булыуы ла асыҡланған.
Кишер аш эшкәртеү процесын яҡшырта, йәрәхәттәрҙең тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә, бөйөрҙәрҙән ҡомдо сығара. Һуты аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән, инфаркт кисергәндән һуң тәүге көндәрҙә йөрәк мускулының эшен көйләү өсөн тәҡдим ителә. Ундағы йод май алмашыныуын көйләп, һимереүҙән һаҡлай, ә күҙәнәклеге организмдағы артыҡ холестиринды ҡыуа.
• 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән балды һөттә бешереп, ашҡаҙан-эсәк таркты ауырыуҙарынан, бронхиттан, ларингиттан, һалҡын тейеүҙән эсергә.
• Хәлһеҙлектән, тиҙ генә арып барыусанлыҡтан көнөнә өс тапҡыр ½ стакан кишер һуты эсергә.
• Имеҙеүсе әсәләргә һөт төшһөн өсөн көнөнә өс тапҡыр ½ – 1/3 стакан һутын эсергә ҡушалар.
• Ангинанан тамаҡты һуты менән сайҡатырға кәңәш ителә.
• Бер балғалаҡ кишер орлоғона 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә. Бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ, көнөнә өс тапҡыр ½ стакан эсергә.
• Геморройҙан кишер япрағын сәй урынына бешереп эсеү файҙалы.
• Арыуҙан йәиһә ауырыуҙан һуң кишер һутына бал йәки лимон һуты ҡушып эсеү хәл өҫтәй.