22.10.2019 Тәүбә, тәүбә, үҙ балаһын бер шешә араҡыға һатып йөрөгән.
Орел өлкәһендә алкоголизм менән сирләүсе ҡатындан 12 йәшлек ҡыҙын тартып алғандар. «ОрелТаймс» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ һөйләшә белмәй, ҡалаҡ менән дә ашарға күнекмәгән, дүрт аяҡлап ҡына йөрөй.
«Был баланы әсәһе өйҙә йәшереп тотҡан. Ҡайҙалып алып барырға кәрәк булһа, тәгәрмәсле муҡсаға һалып йөрөткән. Бер шешә араҡы өсөн уны сексуаль ҡоллоҡҡа һатҡан».
Орел ҡалаһындағы балалар дауаханаһына ҡыҙҙы ауыр хәлдә килтерәләр. Баш табип Людмила Кырлова әйтеүенсә, ҡыҙҙың психикаһы һәм моторикаһы үҫешмәгән. Анализдар уның бик ябыҡ булыуын күрһәтә. Һөйләшә белмәгән ҡыҙ, уға өндәшкәндә эт кеүек өрөп һәм олоп ҡына ҡуя. Карауатҡа ятыр урынға палатаның мөйөшөнә һыйына. Ашарға бирһәләр иһә ризыҡҡа эт кеүек ташлана.
Ғаиләнән башҡа балаларҙы ла тартып алғандар.