22.10.2019 Бесән мәлен һағындығыҙмы?
Бесән мәле мал-тыуар тотҡан уңған хужалар өсөн үтә мәшәҡәтле осор бит ул. Быйыл ямғыр булмауы арҡаһында бесән уңманы. “Их, ерҙе бер туйындырғансы яуып үтһен ине!” – тиеште ауыл халҡы. Шулай ҙа һәр кем мал-тыуарына ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырышты.
Был фотолар быйылғы түгел, әлбиттә. Көҙҙөң эс бошорғос мәлендә, бесәнлектәр салғы сыңына, кешеләрҙең күңелле тауыштарына күмелгән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ. Ни тиһәң дә, эш күп булмауына ҡарамаҫтан, был миҙгелдең ниндәйҙер романтикаһы бар. Бәлки кемдәрҙер ауылды, кешеләрҙе таныр.