21.10.2019 Ғафури районында элекке ауыл хакимиәте башлығы хөкөм ителгән
Законһыҙ рәүештә ауылдаштарына ер биреүсе чиновник Үтәк ауылы биләмәһен етәкләгән. Ул 2012-2016 йылдарҙа биш фермерға, хужалыҡ өсөн ер участкаларына милек хоҡуғы барлығы хаҡында, ялған белешмәләр биргән.
Ошо документ нигеҙендә, улар үҙҙәренә ер участкаларын теркәгән. Был “бәхетлеләр” араһында башлыҡтың ҡыҙы ла булған. Чиновниктың башбаштаҡлығы арҡаһында ауыл биләмәһе миллион һумдан ашыу зыян күргән.
Район прокуратураһы хакимиәттең ҡылығын енәйәтсел тип баһалаған һәм ышанысты юғалтыу сәбәпле, башлыҡты эштән бушатыуҙарын талап иткән. Ләкин ауыл хакимиәте был талапты үтәүҙән баш тартҡан. Ведомство судҡа мөрәжәғәт иткән һәм еңеп сыҡҡан.
Элекке силсәүиткә өс йыл дауамында етәксе вазифаларҙы биләргә ярамай, бынан тыш ул 800 мең һум штраф түләргә тейеш.