21.10.2019 Өфө вандалдарын эҙләйҙәр
Билдәле булыуынса, баш ҡалабыҙҙа хәҙер «аҡыллы туҡталҡа»лар булдырҙылар. Быяла менән көпләнгән был урындарҙа телефоныңды зарядкаға ҡуйып алырға була. Унда интернетҡа инеү өсөн Wi-Fi зонаһы, хәүефһеҙлек төймәһе, автобустар таблоһы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,ҡала хакимиәтенең халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләп эшләгән ошо эшен берәүҙәр юҡҡа сығарырға ла күп һорамай. «Ҡунаҡһарай» һәм «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы» туҡталыштарындағы туҡталҡаларҙы «ҡулдары ҡысыған» билдәһеҙ ике кеше селпәрәмә килтергән. Видеокамерала уларҙың йөҙө асыҡ күренә. Вандалдарға тәртип һаҡсылары эҙләү иғлан иткән.
Был туҡталыш павильонында видеокамералар урынлаштырылғанын да улар белмәйҙер инде, күрәһең…