21.10.2019 Көйөргәҙе районында ҡот осҡос хәл
Көйөргәҙе районында рейд барышында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторына атҡандар. Тикшереү барышында рейд инспекторҙары баҫыуҙа ике егетте осрата һәм ниндәйҙер сәбәп арҡаһында уларҙы ҡулға алырға ҡарар итә. Шул ваҡытта егеттәрҙең береһе инспекторҙың башына ата. Аҙаҡ улар УАЗ автомобиленә ултырып, ваҡиға урынынан ҡасалар. Бер нисә минуттан енәйәтселәрҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Егеттәргә ни бары 19 йәш кенә булып сыға. Улар ауыл хужалығы техникаһын урлау менән шөғөлләнгән.
Әле йәрәхәт алыусы инспекторҙың хәле насар. Яңаҡ һөйәге имгәнгән, тештәренә, теленә зыян килгән.