21.10.2019 Уҡыуын ташлап, Инстаграмда ике айҙа 500 мең һум аҡса эшләгән
Стәрлетамаҡта йәшәүсе 18 йәшлек Михаил Двощанскийға 18 йәш, уның мәктәпте тамамлау хаҡында аттестаты ла юҡ. Әммә егеттең «Инстаграм»да 4,7 миллион яҙылыусыһы бар. Ул инстаграмда селфи төшөү өсөн төрлө битлек эшләй. Ике айҙа яратҡан шөғөлө уға 500 мең һум килем алырға булышлыҡ иткән.
Егет әйтеүенсә, аҡса эшләү юлын ул 6 йәшенән үк эҙләй башлай. Йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итеп, ҡул аҡсаһы туплай һәм 12 йәшенә уйын приставкаһы һатып ала. Үҫмерҙең ата-әсәһе лә йәшәү урынын йыш алмаштыра: Мәскәү, Таиланд, Ҡытай, тағы ла Стәрлетамаҡ. Был да Мишаға уҡырға ҡамасаулай. Мәктәптәрҙең алмашыуы, программаларҙың төрлө булыуы. Бер аҙҙан уны өй шарттарында уҡырға, аҙаҡ дистанцион уҡыуға күсерәләр. 10-сы класта иһә егет яңынан мәктәпкә йөрөп белем туплауҙы дауам итә. Тик бындай уҡыу уға оҡшамай.
Һөҙөмтәлә Михаил мәктәпте ташлай, һәм күңел талабы булған эш менән шөғөлләнеп, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.