21.10.2019 Юл ваҡиғалары - 20 октябрь
Кисәге, 20 октябрҙә, республикала 10 автомобиль аварияһы теркәлеп, 14 кеше йәрәхәттәр алған.
Төндә Көйөргәҙе районында Күмертау ҡалаһынан 25 йәшлек водитель ҡатын "Toyota Corolla" машинаһында юлдан осоп төшөп ауҙарылған.
Аварияла водитель менән 18 йәшлек пассажир ҡыҙыҡай ауыр яраланғандар. Әлеге ваҡытта улар дауаханала.
Машинаның ҡарарлыҡ ере ҡалмаған...