21.10.2019 Яңы йыл каникулында алкоголь һатылмаясаҡ?
Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
- Күптәр был мәлдә баш күтәрмәй эсә. Яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр һатыу буйынса сикләүҙәр индеререргә кәрәк. Был ысул күптәргә оҡшамаясаҡ, әлбиттә, тик айыҡ һабантуйҙар һәм башҡа байрамдар өлгөһөндә алкоголде тыйыу яҡшы һөҙөмтә биреүенә шаһит булдыҡ. Был хаҡта фекерҙәрегеҙҙе көтәм, - тине Башлыҡ Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә хәмерҙән ағыуланып үлеү былтырғы менән сағыштырғанда 14% артҡан, ә Башҡортостанда был хәл 7,1% кәмегән. Был муниципалитет башлыҡтарының, йәмәғәт ойошмаларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй түгелме?