21.10.2019 БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәне ҡарағыҙ!
Тура тапшырыу иртәнге сәғәт 10-да башланды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә БР башҡарма власы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төбәк органдары етәкселәре ҡатнаша. Видео конференцияһы мәлендә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, юл-транспорт комплексындағы хәлдәр, 2019 йылдың 9 айында "БР һөт тармағын үҫтереү" комплекслы программаһы үтәлеше тикшереләсәк.
Шулай уҡ санкцияһын сүплектәрҙе бөтөрөү, янғын извещателдәре ҡуйыу һорауҙары ҡараласаҡ. Ҡар яуғанға тиклем ташландыҡ автомобилдәрҙе күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарынан ситкә күсереү буйынса ла фекер алышыу үтәсәк.