20.10.2019 Һауа торошо
Иртәгә, 21 октябрҙә, ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итһә лә синоптиктар, тағы хаталандылар, шикелле. Көн аяҙ булырға оҡшаған.
Төндә ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаясаҡ, һауа температураһы +1, -4° C, урыны менән -9° градус буласаҡ, көндөҙ +3,+8° C.
Шишәмбе көнө, 22 октябрҙә, республиканың төньяҡ өлөшөндә йәшәүсе дуҫтарыбыҙ, яуым-төшөмгә әҙер булығыҙ. Ел урыны менән ағастарҙы ла шаулатып, ҡалған ғына япраҡтарҙы ҡойоп алыр, моғайын.
Һауа температураһы төндә уртаса +1,+6° градус булһа, көньяҡ-көнсығышта -4° градусҡа тиклем һыуығыраҡ, көндөҙ +5,+10° C.
Шаршамбы ла шундай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.