20.10.2019 Күгәрсендә бүреләр әүҙемләшкән
Йыртҡыс Юлдыбай ауылында йәшәүсе Миңлебаевтарҙың ваҡ мал-тыуарын тамаҡлап сыҡҡан. Был хаҡта хужабикә Айгөл Миңлебаева былай ти:
"Беҙҙең яҡтар һарыҡтарҙы бер 13 йыл тирәһе ауыл көтөүенә ҡушмай. Ауылдан йыраҡ торғас, көтөүҙән туҙышып, юғалышып бөтә инеләр. Сирутын көтһәк тә, һарыҡтар туғай ситендә генә, йәки йылға аша ғына ялан ҡыҙырыр инеләр.Кисә таңға ҡарай ғүмерҙә былай баҡырышмаған һарыҡтар яу һала.
Иптәшем менән аптырап, кейенеп, кәртәгә сыҡтыҡ. Ни бары алты һарыҡ баҫып тора. Ҡалғандары ҡайҙан сыҡҡан, ҡайҙа булғандар тип эҙләп киттек. Һарайҙан илле метрҙай ара үткәс, оло ҡара һарығыбыҙ ята, муйыны ике яҡтан тамаҡланған, ҡорһағы ярылған. Күпер аша сығып, Оҙонтау аҫтындағы элекке баҫыу яланына сыға инеләр, шул ерҙәрҙе эҙләнек, ике һарыҡты табып булмай. Кире ҡайттыҡ.Ирем мәктәп ҡарағайҙары араһында өркөшөп тормайҙар микән, тип шул яҡҡа ыңғайланы, ә мин картуф баҡсаһы осона барып килмәксе булдым. Үҙем дә һиҙмәй сарылдап ебәрҙем, тағы бер оло аҡ һарығыбыҙ ята. Муйынында тәрән теш эҙе, ҡорһаҡ ярылған, бер бот өҙөлөп-йолҡоноп ашалған. Ирем мин ҡысҡырғанға кире боролдо.
Өсөнсө һарыҡты табыуы ҡыйын булманы, йылға аша яр ситендә ҡоҙғон, һайыҫҡан, ҡарғалар ризыҡ табыуҙарына ҡыуанғандай көр тауыш менән ҡарҡылдайҙар, сырҡылдайҙар ине. Быныһы йәйләүес өс айлыҡ ҙур ғына орғасы бәрәс булған. Йәш иттең тәмен белеп , ярты бәрәсте һөйрәкләп йөрөп ашаған был йыртҡыс.
Ярты сәғәт эсендә бөтөн туғандар, күршеләр, таныш -тоноштар белә ине инде.Кемдәрелер силсәүиткә шылтырат, һунарсылар ни ҡарай икән, һарайыңа килеп малыңды боғаҙларлыҡ бүре ауылға килгәс, тиҙәр: "Иртәгә һыйырыңа тейһә!"
Аҡыл өйрәтеүе рәхәт ул. Ул силсәүит, район хакимиәте юлын күп тапаным. Күп балалылар ярҙам һорағанда ла, мин гел ситтә ҡалдым, буш бирелгән ерҙе юллап бөтөп тә алалманыҡ, электр утын үҙ көсөбөҙ менән үткәрҙек. Газ һуҙылмай, имеш, ауыл проектынан төшөп ҡалғанбыҙ, беҙҙең өй имеш картала булмаған, һорау тыуа: "Ә һалымды ниндәй ер өсөн түләгәнбеҙ һуң?"
"Килер ҡаза шуның менән бөтһөн, тип әйт, әсәй, ҡайғырма инде!" - тип улым йыуатҡас, бер төйөр тамаҡҡа тығылды ла, эскә йотолдо...
Иң мөһиме, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ. Килер ҡазаны мал менән алыр, ти, Аллаһы Тәғәлә. Бәлки бик ҙур бәлә-ҡазаны шулай алып киткәндер яратҡан ҡолдарынан.
Балаларым, яҡындарым, туғандарым өсөн бер малым да йәл түгел.Баш ҡазаһын бирмә Хоҙайым, шул ғына!.."