19.10.2019 Юл фажиғәләре - 18 октябрь
Кисәге, 18 октябрҙә, республикала 17 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 22 кеше йәрәхәттәр алған.
Төндә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 15-се саҡрымында, Белорет районының 50 йәшлек водителе "Subaru Forester" машинаһында һулға борола башлаған ЗИЛ автоцистернаһына барып бәрелгән.
Еңел машинаның водителен "Тиҙ ярҙам" ашығыс рәүештә дауаханаға килтерһә лә, табиптар ауыр яралар алған ирҙе ҡотҡара алмағандар.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ....