18.10.2019 Автобустар иғтибар үҙәгендә
Кисәге, 17 октябрҙә, республикала 10 автомобиль аварияһы теркәлеп, 11 кеше дауаханаға эләккән.
Төндә Өфөлә (Өфө-Ырымбур автоюлының 20-се саҡрымында) 18 йәшлек ҡыҙ квадроциклда ҡыланып ҡыуып йөрөгәндә, боролошҡа һыймай, түңкәрелгән.
Ул әхирәте менән ҡыуып йөрөгән, хәҙер икеһе лә дауаханала бер-береһен әрләп ятамы икән?
Ҡыҙҙың водитель танытмаһы юҡ, квадроцикл да иҫәпкә ҡуйылмаған булған.
11-17 октябрҙә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты менән бәйле 5 авария теркәлгән, уларҙа 23 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Ошо уҡ осор эсендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары тарафынан 1350 автобус тикшерелеп, 900 осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең үтәлмәгәне асыҡланған.
Мәҫәлән, 12 водитель автобус йөрөткәндә телефондан хәбәр һатып килгән; руле йәки тормоз системаһы боҙоҡ тип табылған 20 автобус махсус туҡталҡаға ҡуйылған; 58 тапҡыр водителдәр юл билдәләрен инҡар иткән һ.б.
Артабан да автобус водителдәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарының иғтибары үҙәгендә буласаҡ.