18.10.2019 Халыҡтарҙың мәҙәниәтен, кәсептәрен һаҡлап...
Беҙ - энциклопедияға индек!
Башҡортостандың Ейәнсура, Архангел райондарының, Өфө, Октябрьский ҡалаларының ижади коллективтары һәм биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары "Тамырҙарға ҡайтыу" аудиовизуаль энциклопедияһын төшөрөүҙә ҡатнашты. Документаль этнографик цикл 14 фильмдан тора һәм Волга буйы федераль округындағы һәр төбәкте һүрәтләй. Проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына ғәмәлгә ашырыла. Уны "Берҙәмлек" социаль һәм мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге менән берлектә Этник-ара журналистика гильдияһы әҙерләгән.
Фильмда республиканың ижади коллективтары, кейеҙ менән эшләү традицияһын һаҡлап килгән биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары, шулай уҡ музыкант Земфира Рәшитова төштө. Энциклопедияның исем туйы декабрь айына планлаштырылған, артабан ул зәңгәр экрандарға һәм интернет киңлектәренә сығарыла.