17.10.2019 Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...
16 октябрҙә Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Башҡорт шәле” район фестиваль-конкурсы үткән.
Башҡорт мамыҡ шәле данын артабан таратыу һәм оҫтабикәләрҙең оҫталығын камиллаштырыу йәһәтенән ойошторолған фестивалдә райондың бөтөн ауыл хакимиәттәренән дә вәкилдәр ҡатнашҡан.
Ҡул эштәренән матур күргәҙмә һәр кемдең күңеленә хуш килгән, үҙ-ара шәл бәйләү серҙәре менән уртаҡлашыу, йәнле аралашыу ҙа күңел күтәренкелегенә булышлыҡ иткән.
Фестивалдең программаһына йәрминкә лә, иң яҡшы ҡул эшенә конкурс та, командалар араһында «Башҡорт шәленә реклама ролигы» тип аталған ижади бәйге лә һыйған.
Фестиваль-конкурстың гран–приһын иһә Яңы Мораптал ауылынан Ғишҡиә Килдебаева яулаған!
Бынан тыш Йәүһәр Мирасова (Яҡут ауылы) - «Оҫталыҡ өсөн»;
Нурия Әхтәмова (Илкәнәй ауылы) - «Иң яҡшы мамыҡ шәл»;
Нурия Солтанова (Шәбағыш ауылы)- «Иң яҡшы селтәр әйбер»;
Мәҙинә Әлибаева (Мәмбәтҡол ауылы) - «Оригиналлек өсөн»;
Регина Басирова (Шәбағыш ауылы) - «Иң йәш оҫтабикә» ;
Вәсилә Ғаббасова (Кинйәбай ауылы) -«Кәзә мамығынан иң заманса әйбер өсөн” номинацияларында еңгән.
Реклама ролигы конкурсында гран–приҙы «Суенбика» (етәксеһе Р.Акберова) татар фольклор ансамбле яулаған.
«Умырзая» фольклор ансамбле (Г.Сәғитова) 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнһә, «Хазина» фольклор ансамбле (Г.Мифтахова) 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Башҡа оҫтабикәләр ҙә дипломдар, маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.