17.10.2019 Элвин Грей күңел йылыһын йәлләмәй өләшә!
Элвин Грей кисә Төмән ҡалаһында дауаханала ятҡан Алина исемле ҡыҙҙың хәлен белешеп, уны ихлас ҡыуандырып сыҡҡан.
Элвин Грей Алина тураһында белмәҫ тә ине, әгәр ҡыҙҙың бер туған Диана апаһы уға был турала хәбәр итмәһә.
Оҙаҡ ваҡыт дауаханала дауаланған һеңлеһенең кәйефен күтәрергә теләп, ул йырсыға мөрәжәғәт иткән, форсаты булһа, инеп, хәлен белешеүен һораған.
Йырсы ярҙам итеүҙән баш тартмай, бүләктәр алып, дауаханаға инеп сыҡҡан.
Алина янына палатаға Элвин Грей килеп ингәс, көтөлмәгәнлектән ҡыҙыҡай күҙ йәштәрен тыя алманы. Йырсы уны 20 йәше тулыуы менән ҡотлап, йомшаҡ уйынсыҡ бүләк итте, күстәнәстәр ҡалдырҙы, башҡа ауырымауын, йышыраҡ йылмайыуын теләне.
Кешегә күп кәрәкме инде - бер йылы һүҙ етә... Ә инде яратҡан йырсың да шулай килеп ҡотлаһа - башың күккә тейер!