17.10.2019 Юл фажиғәләре - 16 октябрь
Кисәге, 16 октябрҙә, республикала 17 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 18 кеше йәрәхәттәр алған.
Көндөҙ Өфө районында ҡара-ҡаршы "Datsun on-DO" машинаһы менән Кушнаренко районынан килеүсе "Газель" машинаһы бәрелешкән. "Datsun"-дың 39 йәшлек водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.
Бөгөн төндә, сәғәт икенсе яртыла, Өфө ҡалаһының Зәки Вәлиди менән Аксаков урамдары сатында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары каршеринглы (ҡуртымға алыу варианты) "Hyundai Solaris" автомобилен күреп ҡалып, уны туҡтатырға теләгән. Әммә водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең талабын һанға һуҡмай, ҡасырға маташҡан.
Шулай ҙа уны Бехтеров урамында ҡыуып етеп, туҡтата алғандар. 20 йәшлек водитель иҫерек булған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул быйыл апрель айында уҡ иҫерек килеш тотолоп, машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Хәҙер уға енәйәт эшен асыуҙары ихтимал.