17.10.2019 Күҙгә арпа сыҡһа, нишләргә?
Күҙгә сыҡҡан арпа (керпек ҡыуыҡсаһы һәм күҙ ҡабағындағы май биҙҙәренең эренләп шешеүе) хаҡында белмәгән кешеләр һирәктер. Йыш ҡына ул бысраҡ ҡулъяулыҡ, таҫтамал менән ҡулланғандан һуң барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ уның үҫеүенә хроник сир һөҙөмтәһендә организмдың һаҡланыу көсө ҡаҡшауы, һалҡын тейҙереү, матдәләр алмашыныу процесы боҙолоуы, авитаминоз һәм аҙ ҡанлылыҡ та сәбәпсе булыуы ихтимал. Тәүҙә күҙ ҡабағының сите ҡыҙарып, бәләкәй генә шеш барлыҡҡа килә, ә 3 - 4 көндән һуң уның башы ағарып, эренләп сыға. Арпа айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярата һәм көҙөн һәм ҡышын әүҙемләшә.
Мәлендә дауалағанда арпа нисек тиҙ килеп сыҡһа шулай юҡҡа ла сығасаҡ. Тәүге билдәләренә иғтибар бирмәй йөрөгәндә, 3 - 4 көндән һуң ул эренләйәсәк. Күп осраҡта был эрен үҙе үк асылып, ауыртыу үтә. Ә инде эш оҙаҡҡа китһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Арпаны һытырға ярамай. Инфекция башҡа биҙҙәргә күсеп, ҡанға таралыу һәм тағы ҡурҡынысыраҡ һөҙөмтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Шулай уҡ уны йылытыу ҙа тыйыла.
Халыҡ медицинаһы
• Алоэ япрағын яҡшы итеп йыуып һутын һығырға һәм 1: 10 нисбәтендә ҡайнаған һыу ҡойоп болғатырға. Һуңынан шуға мамыҡты йәиһә марляны манып, күҙгә ябырға мөмкин.
• 10 – 15 кипкән тырнаҡ гөлө сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 – 40 минут төнәтергә. Һуңынан унан да күҙгә япма әҙерләргә.
Арпа йыш ҡына ашҡаҙан-эсәк тракты хроник сирҙәренән, диабеттан һәм башҡа төрлө инфекцион ауырыуҙан һуң барлыҡҡа килә. Был иммунитеттың ҡаҡшауын күрһәтә. Витаминдар эсеү, иммуностимуляторҙар ҡулланыу уны нығыта.
Был сирҙе иҫкәртеү өсөн, һалҡын алдырыуҙан да һаҡланырға ла кәрәк. Шулай уҡ сифатлы косметика ла мөһим роль уйнай. Иң мөһиме ябай гигиена ҡағиҙәләрен тоторға: бысраҡ ҡул менән күҙгә ҡағылмаҫҡа, таҙа ҡулъяулыҡ һәм таҫтамалды ғына ҡулланырға.