RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Абдулла Солтановтың фотоларын ҡарайыҡ

17.10.2019 Абдулла Солтановтың фотоларын ҡарайыҡ



Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ның Тамьян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Учалы районы) Ҡобағош ауылында донъяға килә.


"Башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе киң диапазонда, көслө тауыш менән башҡарған Абдулла Солтанов халҡыбыҙҙың йыр һәм ҡурай сәнғәтен донъя кимәлендә таныта. 1986 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1996 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелә. 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Абдулла Солтанов — үҙенсәлекле яҙмышлы шәхес. Профессионал сәхнәгә сығып, Мәскәү, Санкт-Петербурге, Һамар, Екатеринбург, Болгария, Румыния, Япония, Германия, Португалия, Польша тамашасыларын әсир иткән дәүерҙә тыуған ауылында көтөүсе булып эшләй. Яратҡан хеҙмәтен ул 40 йыл, пенсияға сыҡҡансы, башҡара. Уның тәбиғәт ҡосағында тауҙар иңрәтеп йырлағаны, ҡурайҙа һыҙҙырғаны хаҡында әле һаман ауылдаштары матур хәтирәләр һаҡлай.

Тәүге тапҡыр сәхнәгә уны уҡытыусыһы Мәфтуха Суфиян ҡыҙы алып сыға. 7 йәшлек баланың халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло итеп, еренә еткереп йырлауына тамашасы хайран ҡала. Баҡһаң, башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөүҙе һәм уларҙы башҡортҡа ғына хас моң, илаһи бер һәләт менән башҡарырға әсәһе өйрәткән икән. Атаһы һәм ағалары көслө ҡурайсылар булған. Уларҙан өйрәнгән "Урал", "Томан", "Буранбай", "Йәмәлекәй тау", "Зөлхизә", "Сибай" йырҙарын Абдулла Солтанов һуңынан донъя сәхнәләренә сығара.

1993 йылда репетициянан ҡайтып килешләй аварияға осрап Абдулла Солтанов һуҡыр ҡала.

Уның йырҙары радио һәм телевидениеның алтын фондында һаҡлана", тип яҙа "Бәйләнештә"ге "Ашҡаҙар" радиоһы төркөмө.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне