17.10.2019 Шикле дини китаптар менән сауҙа итмәгеҙ!
Дини китаптар менән сауҙа иткәндә иғтибарлы булығыҙ. Сөнки уларҙың тыйылғандары ла ҡулығыҙға килеп эләгеүе ихтимал. Беҙҙә тыйылған экстремистик әҙәбиәттең федераль исемлеге менән РФ Юстиция министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Ейәнсура районы прокуратураһы ла районда дини атрибутика, китаптар һатҡан бер эшҡыуарҙың тауарын тикшергән һәм экстремистик материал һаналған китаптар тапҡан. Коммерсант экстремистик әҙәбиәтте таратҡаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған,әйбере тартып алынған.