17.10.2019 Тағы ла беҙҙең вахтала булғандар һәләк булған
Төмән ҡалаһын Екатеринбург менән бәйләгән Свердловск өлкәһе трассаһының 195-се саҡрымында ҙур авария булған. «Renault Megan» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып, фура аҫтына инеп киткән. Руль артында ултырған водитель һәм уның ике пассажиры шунда уҡ һәләк булған. Шофер йоҡлап киткән , тигән фараз бар.
«Renault Megan» автомобилендә беҙҙең республиканың вахтасылары эштән өйҙәренә ҡайтып барған.