17.10.2019 КХЛ-да иң байы - Мозякин
Континенталь хоккей лигаһында иң күп эш хаҡын «Металлург» клубында сығыш яһаған билдәле Сергей Мозякин ала икән.
Ул йылына кеҫәһен 180 миллион һумға байыта. Икенсе урында «Автомобилист» командаһында уйнаған Канада легионеры Найджел Доус тора. Ул Мозякиндан 30 миллион һумға кәмерәк ала. КХЛ-да Гагарин кубогына биш тапҡыр эйә булған берҙән-бер Данис Зарипов, «Аҡ барс»та йылына 130 миллион һум алып, килем яғынан өсөнсө урынды биләй. Шулай уҡ ЦСКА клубында ла байҙар күп уйнай. Уларҙа 70 миллион һумдан кәм алмаған 14 хоккейсы бар. Башҡа командаларҙа ла, йәғни КХЛ-дың туғыҙ клубында ошо уҡ сумманы алыусылар бихисап.