17.10.2019 Рәсәйҙә "физраствор" бөтөүе ихтимал
Илебеҙ дауаханалары йәшәү өсөн мөһим препарат - физиологик шыйыҡсаның етешмәүенә дусар булыуы бар. Был дарыуҙы операциянан һуң һәр пациентҡа бирәләр һәм ул организмды нормаль хәлгә ҡайтара.
Препаратты эшләүсе төп дәүләт "Солофарм" компанияһы производствоны туҡтатырға янаған. Ни өсөн тигәндә киләһе йыл башында дарыу ҡаптарын мотлаҡ маркалау ғәмәлгә инәсәк. Производство быға әҙер түгел, яңы ҡоролмалар алыу өсөн субсидиялар ҡаралмаған. Бынан тыш, мәғлүмәт базаһы һәм маркалауҙың коды менән хәлдәр аңлайышһыҙ.