16.10.2019 Баланы фотоға төшөрөү өсөн паспорт кәрәк буласаҡ
Бала табыу йортонан сығып өлгөрмәйһең, әрһеҙ фотографтар шалт та шолт сабыйыңды төшөрә башлай. Шәфҡәт туташының биләүгә төрөүен, нисек атаһына тапшырғанын һәм башҡаһын. Фотоаппараттың гөлт итеп тоҡанған утынан күҙҙәрен сытырайтып йомған баламды йәлләп, фотографты ситкә этеп ебәреүем хәтеремдә.
Был хәл менән күп ҡатындар таныштыр. Әлеге фотографтар бала табыу йортонда эшләү өсөн үҙ-ара килешеү төҙөгән, шуға күрә рөхсәтһеҙ төшөрә башлай. Һуңынан, ҙур ғына сумманы атай, йәнәһе, эш үткән, онотолмаҫ минуттар мәңгеләштерелгән, түләмәйенсә башҡа юлығыҙ юҡ.
2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙарға уҙғарылған фотосессия өсөн ГОСТ стандарттары индереләсәк.
Был студияла, өйҙә, парк һәм башҡа ерҙәрҙә ойошторолған фотосессияға ла ҡағыла.
Стандарт буйынса, тыуғандан алып 28 көнгә тиклем фотосессияға заказды ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле генә бирә ала. Баланы фотоға төшөргәндә ата-әсәнең эргәлә булыуы мотлаҡ. ГОСТ стандарты баланы киҫкен яҡтылыҡтан һәм тауыштан да һаҡлай.
Фотостудия йәки бүлмәнең таҙа, елләтелгән, температура күрһәткесе яҡынса 22 градус, һауа дымлылығы 50-70 процент булырға тейеш.
Фотореквизиттарҙың хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе мотлаҡ. Ә фотографтың үҙенә 18 йәш тулған, хроник һәм психик сирҙән яфаланмаған, хөкөмгә тарттырылмаған булыуы һәм фотосессия мәлендә паспорт һәм медицина кенәгәһен йөрөтөүе зарур.