16.10.2019 Яһалма ит етештерә башлағандар
Ауылдар бөтә, шәхси хужалыҡтар һаны кәмей, тип ҡайғырырға түгел. Тиҙҙән ауылда етештерелгән продукцияның барыһының да яһалма аналогы барлыҡҡа киләсәк. Тик улар беҙҙең һаулыҡҡа зыян килтермәҫме, быныһы инде сер булып ҡала.
Әле Рәсәй ғалимдары лаборатория шарттарында яһалма ит етештереп ҡараған.
Итте кес кенә туҡыма киҫәген үҫтергәндәр. Әлегә ит етештереү технологияһы иҫ китерлек ҡиммәт, тәүге яһалма иттең 40 граммы 900 мең һумға төшкән. Белгестәр, биш йылдан лабораторияла үҫтерелгән һыйыр итенең 1 килограмы 800 һум буласаҡ, тип белдерә.
Яһалма ит кеше өсөн зыянһыҙ, һаҡланыу ваҡыты ла ғәҙәти иттән ике тапҡырға оҙонораҡ, тип белдерә ғалимдар.