16.10.2019 Картуф һимертәме?
Картуфтағы крахмал, глюкоза, сахароза һәм фруктоза кеше организмы өсөн бик тә файҙалы.
Дөрөҫ әҙерләгәндә, ул кешенең организмының углеводтарға булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә ала. Тағы бер мөһим мәғлүмәт – картуфтағы крахмал төҙөлөшө бик тә ҡатмарлы, шунлыҡтан ул яй тарҡала. Һөҙөмтәлә организмда шәкәрҙең күпләп тупланыу ҡурҡынысы юҡ. Ошо сифаты уны аҡ икмәктән өҫтөнөрәк итә. Ғалимдар хатта ондан әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы картуф менән алмаштырыуҙы, һимереү ихтималлығын булдырмауҙа бик яҡшы сара, тип иҫәпләй.