16.10.2019 Ай, афарин, Илдар ағай!
Алтай Республикаһының Тау-Алтай ҡалаһында XVI Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтте.
Театр йылы һәм билдәле алтай сәсәне Шалбаа Марковтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сарала иң-иңдәр араһынан 30 сәсән ҡатнашып, Милли драма театрының ҙур залында сығыш яһаны.
Алтай Республикаһынан тыш Хакасия, Бүрәт Республикаһы, Ҡырғыҙстан сәсәндәре лә үҙ көсөн һынаны был ижади бәйгелә. Башҡортостандың намыҫын Хәйбулла районынан Илдар Юнысов яҡланы.
БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илдар Әбделмән улы "Көйләп һөйләү" номинацияһында 1 дәрәжә лауреаты тип танылды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Еңеүсене ҡотлайбыҙ!