16.10.2019 Бөгөн - халыҡ-ара икмәк көнө
16 октябрь - Халыҡ-ара икмәк көнө тип билдәләнгән.
Яҙыуҙарынса, икмәк бынан 5000 йылдар әүәлерәк Мысырҙа барлыҡҡа килгән. Бер ҡолдоң хатаһы арҡаһында, имеш.
Ҡол ҡамырҙы яңылыш төнгөлөккә йылы урынға ҡалдырған да, уныһы ҡабарған. Икмәк бешереүсе барыбер уны мейескә тыҡҡан. Һөҙөмтәлә ул башҡаларҙан тәмлерәк килеп сыҡҡан.
Икмәкте төрлөсә бешерәләр. һәр кем үҙенә оҡшағанын һатып та ала ала. Ауылдарҙа ла үҙҙәре һалыусылар кәмене.
Ә мейестә һалынған икмәктең тәме-еее! Бер ниндәй ризыҡҡа ла алмаштырмаҫ инем. Әсәй мейестә һалған икмәк йөрәктә мәңге ҡала ул.
Төрлө халыҡ төрлө атамаһы менән йөрөтә. Икмәк, хлеб, лаваш, бриош, маца, экмек, әпи, фокачча...
Икмәктең ҡәҙерен белегеҙ, тип үҫтерҙеләр беҙҙе. Һеҙ ҙә, үҙ сиратығыҙҙа, балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә шулай өйрәтегеҙ.