16.10.2019 «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды
Биш баланан күберәк бала тәрбиәләүсе 47 әсә «Әсәлек даны» миҙалына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Күп балалы әсәләргә бүләктәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Парламент спикеры тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереп, балалар тәрбиәләүҙәге еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
«Һеҙҙең төп һәм мөһим бурысығыҙ – ул ғаилә, уның именлеген һаҡлау. Һөйөү һәм наҙға сорналған күп балалы ғаилә – ул үҙе оло бәхет һәм ҙур байлыҡ. Бындай ғаиләләрҙәге әсәләр – ысын геройҙар. Һеҙ– үҫеп килеүсе быуын өсөн лайыҡлы өлгө. Бөгөн илдәге демографик хәлгә бәйле мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең киләсәк, республиканың киләсәге власть органдарының, йәмәғәтселектең был йүнәлештә эште ни тиклем уңышлы алып барылыуына бәйле», – тине Константин Толкачев.
Башҡортостанда 46 күп балалы ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 160 мең бала тәрбиәләнә.